0%

Мин бер малай(шиғыр). Кәтибә Кинйәбулатова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мин бер малай ( шиғыр )
автор Кәтибә Кинйәбулатова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Мин бер малай


 Беҙҙең өйҙә алты ҡыҙ бар:
 Ләлә, Милә, Гөлгөнә,
 Гөлнәзирә, Гөлсөм, Дилә,
 Мин — малай бер генә.
 Таштай ныҡ бул, ти атайым,
 Ташбулат бит исемем.
 Унан ҡала өйөбөҙҙә
 Икенсе ир кеше мин.
 Алты ҡыҙ әсәй янында
 Йөрөйҙәр сыр-сыу килеп.
 Атай менән икәүләшеп
 Ҡарап торабыҙ көлөп.
 Әсәй: «Ҡыҙҙар — ҡунаҡ ҡына,
 Ғүмер бик тиҙ уҙа, — ти. —
 Улар осоп сығып киткәс,
 Һин булырһың хужа», — ти.
 «Бер бурыс бар, — ти атайым,
 — Ир-егеткә тағы ла.
 Баҫырһың ҡаялай булып
 Тыуған илдең һағына».
 Алты ҡыҙ осоп киткәндә,
 Тороп ҡалырмын ерҙә.
 Таянһындар әйҙә миңә.
 Миңә — «баһадир ир»гә!

 


2006 йыл